Мәңгелеккә онот инде мине
Йөргеңдән алып ташлағас.
Ғәфү итеү мөмкин түгел һине
Күңелең башҡаға ашҡынғас.
Ҡушымта:
Һин вәғәҙәләр биргәйнең миңә
Һинән башҡа һөймәм тип бер кемде .
Күңелдәрҙә тәрән яра ҡалды
Мин һинеке түгел онот инде.
Беләм хәҙер барыһын аңланың
Ләкин инде һин бит һуңланың.
Күҙ йәштәремде минең күрмәҫһең
Һиңә ҡарата йылы һиҙмәҫһең.
Бер - беребеҙ өсөн күптән ятбыҙ
Элеккеләй йөрәк тә ашҡынмай.
Насар хистәрҙе алып ташлайбыҙ
Тормош юлын яңынан башлайбыҙ.
Әлимә Әбсәләмова - еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1