Туған ерем, урман шауың һинең,
Күңелемә инде яшь саҡтан.
Курайыңдың һыҙылып аҡҡан моңо,
Ғүмер баҡый китмәҫ ҡолаҡтан.
Тупрағыңдан ғайрәт, көс алдым мин,
Имәнеңдең алдым ныклығын.
Тоғоро мөхәбәткә иш иттем мин,
Аҡҡошоңдың ихлас дуҫлығын.
Йырсы турғайҙарың йырҙарыма,
Үҙе ҡушты моңло тауышын.
Берҙән-берем, газиз ерем мәңге,
Һинең менән уртаҡ яҙмышым.
Берҙән-берем, Башҡортостан мәңге,
Һинең менән уртаҡ яҙмышым.
Мансур Назибуллин еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 3