Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

© Марат Зайнагабдинов - музыка песни "Сәскәләр". | Текст песни

Сәскәләр.
© Марат Зәйнәғәбдинов һүҙҙәре һәм көйө
Таң атҡан, ҡояш ҡалҡҡан,
Сәскә йоҡонан торған,
Битен ысыҡта йыуған,
Сәсенә таҫма таҡҡан.
Башын өҫкә ҡаратып,
Алтын тажын ҡаҙатып,
Хуш еҫтәрен таратып,
Бар доньяны яратып.
Сәскәләр, сәскәләр
Йәйғор нуры сәсәләр.
Сәскәләр, сәскәләр
Йәйғор булып үҫәләр.
Төрлө таҫмалар таҡҡан,
Доньяға һөйөп баҡҡан,
Сәскә баҡсаға тулған.
Ҡояш йылмайып баҡҡан.
Башын өҫкә ҡаратып,
Алтын тажын ҡаҙатып,
Хуш еҫтәрен таратып,
Бар доньяны яратып.
Сәскәләр, сәскәләр
Йәйғор нуры сәсәләр.
Сәскәләр, сәскәләр
Йәйғор булып үҫәләр.
Төрлө күлмәктәр кейгән
Күбәләктәр ҙә килгән,
Бал ҡорто ҡумыҙ сирткән,
Сиңерткә бейеп киткән.
Башын өҫкә ҡаратып,
Алтын тажын ҡаҙатып,
Хуш еҫтәрен таратып,
Бар доньяны яратып.
Сәскәләр, сәскәләр
Йәйғор нуры сәсәләр.
Сәскәләр, сәскәләр
Йәйғор булып үҫәләр.


© Марат Зайнагабдинов еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1