Назар Нәжми һүҙҙәре
Сыҡманың юлдарға, бәхеттәр юлларға,
Төрлө уаҡ тауыштар эҙенән.
Мин түгел – һин үҙең, мин түгел – һин үҙең,
Килдең бит һин үҙең үҙеңдән.
Һөймәһәң – һөйкәлмә,
Һин тимәк бүтәнгә.
Мин тимәк бүтәнгә,
Һөймәһәң – һөйкәлмә.
Бар донъям һин кеүек, хыялға тиң кеүек,
Хыялға тиң булыу еңелме?
Тик һинең өсөн мин, тик һинең өсөн мин,
Донъяға тыуғанмын шикелле.
Һөймәһәң – һөйкәлмә,
Һин тимәк бүтәнгә.
Мин тимәк бүтәнгә,
Һөймәһәң – һөйкәлмә.
Шатлыҡтар төтөндә, ғазаптар эсендә,
Инәһең төндәрен төштәргә.
Күңелдә гел юрау, күңелдә бер һорау,
Нишләргә, нишләргә, нишләргә?
Һөймәһәң – һөйкәлмә,
Һин тимәк бүтәнгә.
Мин тимәк бүтәнгә,
Һөймәһәң – һөйкәлмә.
Масалимова Рауиля еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 3