Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Миңзифа Искүҡужина - Зинһар өсөн кермә төштәремә | Текст песни

Резедә Әхиярова көйө
Рәзил Вәлиев шиғыры

Зинһар өсөн, кермә төштәремә…
Мин бит һине күптән оноттом.
Йәй елдәре күптән, күптән ағарттылар,
Тараттылар һағыш болотон.

Зинһар өсөн, кермә төштәремә.
Уянам да никтер бойоғам.
Әйтерһең дә, һыу алмаҡсы булам
Күптән кипкән һыуһыҙ ҡойонан.

Зинһар өсөн, кермә төшләремә,
Таң атыуға төштәр өҙөлә.
Көндәремде, йылдарымды алдың,
Төндәремде ҡалдыр үҙемә.

Зинһар өсөн, кермә төштәремә…
Үртәмәсе, көлмә йыраҡтан.
Һине түгел, мин бит йәшлегемде
Шулай һағынам, шулай яратам.

Зинһар өсөн, кермә төштәремә…
Минең хәлгә кемдәр төшенә?—
Һөйәм хәҙер бары, бары хыялымда,
Йәшәйем хәҙер бары төшөмдә.
Зинһар өсөн, кермә төшөмә…

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2
Видео
Нет видео
-