Миңзәлә Түләбаева көйө
Нәфисә Хәбибдиярова шиғыры
Сирень сәйләне ҡойола,
Күк йөҙөнөң йәшеләй.
Йондоҙ-йондоҙ күгең илар
Күҙҙәреңде йәшермә.
Серҙәремде һөйләр инем,
Күк сирень — күктәр төҫө.
Күккә ҡарайым, һиңә ҡарйым,
Күҙҙәрең шундай хиҫле.
Күҙҙәреңдә — күп сирендәр,
Күҙҙәреңдә — күк төҫө.
Сирень төҫө, сирень еҫе,
Яҙҙарҙай йәшлек хисе
Серҙәремде һөйләр инем,
Күк сирень — күктәр төҫө.
Күккә ҡарайым, һиңә ҡарйым,
Күҙҙәрең шундай хиҫле.
Бик һағынһаң күҙҙәреңде,
Зәңгәр күккә ҡарармын.
Күк сиреньдәй кемдә генә
Ҡарашыңды табырмын.
Серҙәремде һөйләр инем,
Күк сирень — күктәр төҫө.
Күккә ҡарайым, һиңә ҡарйым,
Күҙҙәрең шундай хиҫле.
Миңзәлә Түләбаева еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1