Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Мин Башҡорт!!! - Уян халҡым! | Текст песни

1.Йөҙөңә бысраҡ ташлап йөрәгең ярылһа
Онотма тамырҙарыңдан башҡорт ҡаны аға
Көслө рухлы халыҡтың уланы һин, онотма!
Миләттеңде алға әйҙә, саҡыр һин көрәшкә
Онотма үҙ тарихыңды юғалтма һин һаҡла
Заман афәттәренә башҡорттом бирешмә!

Ҡушымта:
Көс ғәйрәт, түҙемлек бир, Аллам!
Башҡортмон тип күкрәгемде ҡағам!

2.Үткәнеңә күҙ ташлап ярһыймы йөрәгең?
Күпме ҡырылды һинең аҡҡыллы йөҙҙәрең
Тартып алдылар күпме һорамай ерҙәрен
Яҡты уйҙар менән генә тик алға һин атла
Һынып ҡалма бер ниҙән Башҡорт илен данла
Көслө рухлы халыҡтың уланы һин, онотма!

3.Тура баҫып ғорур атла һин бит үҙ ереңдә
Олтан булма, ә солтан бул һин тыуған илеңдә!
Намыҫыңды тапарға бер ҡасан ашыҡма
Телеңдең киләсәге лә тик һинең ҡулыңда
Ул бит беҙҙең хазинабыҙ һин шуны онотма
Әсә телен үлтереүгә Башҡортом юл ҡуйма!

Другие названия этого текста
  • Альбина Шәмсетдинова-Лидия Таңатова - Мин башҡорт !!! Бөтә башҡорттарға бағышлана!!! (0)
  • Мин Башҡорт!!! - Уян халҡым! (0)
  • Лидия - Мин башҡорт !!! Бөтә башҡорттарға бағышлана!!! (0)
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-