Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Әмир Әбелханов - Ал мине лә | Текст песни

Әмир Әбелханов көйө
Рамазан Шәғәлиев шиғыры

Ал мине лә үҙең менән бергә,
Китә күрмә яңғыҙ ҡалдырып.
Айырылып ҡалған аҡҡош һымаҡ,
Мин йөрөрмөн һинһеҙ ҡаңғырып.

Өҙә күрмә бергә һыуҙар һипкән,
Иркәләгән наҙлы гөлөңдө.
Ул һулыһа, башҡа мең гөлдәрҙә
Биҙәй алмаҫ минең түремде.

Китә күрмә көн-төн дөрләп янған
Усағыңды тапап, һүндереп.
Өшөгәндә кемгә һыйынырмын,
Хәлдәремде белеп кем керер?

Өҙә күрмә һайрар ҡошсоғоңдоң
Көйләр көйөн, йөрәк ҡылдарын.
Өҙөлгән ҡыл, нисек көйләһәңдә,
Бирә алмай тәүге моңдарын.

Әмир Әбелханов еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 4