Үтте, үтте һине һөйгән көндәр,
Үпкәләшкән саҡтар үттеләр.
Күңелемде ҡыйыуҙарың үтте,
Уттай көндә янып үттеләр.
Үтте, үтте һине көткән мәлдәр,
Һине көтөп йәнем үртәлмәй.
Әсе елдәр һыҙғыра бит тышта,
Күҙ йәштәрем ҡышын иркәләй.
Үтте, үтте һинән төңөлгән көн,
Ҡара шәлле төндәр үттеләр.
Икебеҙҙе бәхетлеме әллә,
Бәхетһеҙ ҙә микән иттеләр.
Морат Ғайсин еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1