Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

МС Баш & Физалия - Тик һин | Текст песни

Янымдамы һин, алыҫта булған саҡта,
Уйҙарым тик һиндə, хыялым беҙҙең хаҡта.
Һин минең алтыным, бүлешмəм һис ятҡа,
Иркəлəн, һыйын, Ҡояш күптəн бит батҡан.
Һин ишетəһең минең тойғоларҙы һүҙһеҙ ҙə,
Тояһың хистəрем, яҙылған улар йөҙҙə, күҙҙə.
Яратам тип əйтеүзе, шуға һəр саҡ күрҙем артыҡ,
Булды үкендем үҙем, булды һаранлыҡ.
Хəҙер инде аңланым, елдəр ни шыбырлай,
Бəхетле кеше лə ниңə ҡайсағы илай.
Нисек ут менəн һыуҙан күҙҙе алып булмай,
Һиңə лə мөғжизəм, һоҡланып туйылмай.
Сихри ла, тылсымлы ла, һинең матурлыҡ,
Һиңə ғашиҡ булырға, ҡайҙан таптым һуң батырлыҡ?
Үкенергə урын юҡ, тама тик бəхет йəше,
Минең хистəр иҫбатлар-мин иң бəхетле кеше!

Төштәремдә тик һине көтәм,мин һине генә!
Күңелемде тик һин иретәң,һин һин генә!

Бар булған хыялдарзы оялам əйтергə,
Беҙҙең килəсəккə улар, һалынған хəтергə.
Маҡсаты ла, йəме лə һин килеүемдең был Ергə,
Үтəйек тормошто - мəңгелеккə бергə!
Бəхетле булыр өсөн-яҙмыш бирер дəрестəр,
Мөхəббəт емеше булып, ИншəАллаһ тыуыр бəпестəр.
Уларҙы уҫтерербеҙ, тəрбиəлəрбез, яҡларбыҙ,
Тормош мəғəнəһен икəү - шунда асыҡларбыҙ!
Булыр сағыу саҡтар, еңелдəн дə булмаҫ,
Бер нəмəгə ышанам-беҙҙең һөйөү һулымаҫ!
Ситтəрҙе тыңламай, ышанһаң тик миңə,
Һəр көн еңеүемде, бағышлармын тик һиңə!
Ишетəһеңме, нисек хыялдар алыҫка илтəлəр?
Ғашиктар бергə булһа-йондоҙҙарға етəлəр!
Ə хəзер оялма, миңə бир ҡулыңды,
Артабанғы йүнəлеште, күрһəтəм юлыңды!

Мөхәббәтемдең иң сихри сере,
Яҙмышымдың иң бәхетле үре.
Уйҙарымда мин һине йөрөтәм,
Йөрәгемде һинең өсөн өтәм.


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-