Ҡушымта: Һорайым, үтенәм, яратам һине иркәм, Күҙ һал ташлап миңә ҡарашыңды, Мин осам, мин еләм, янымда һине күрһәм, Юғалттым мин, мин башымды.
Матур, сибәр, гүзәл, йәмле. Был һүҙҙәр хисле лә, был һүҙҙәр тәмле, Был һүҙҙәр һоҡланыу ҙа, был һүҙҙәр көнләшеү, Был ирешеү ҙә, был һүҙҙәр килешеү. Ғашиҡ булдым мин әкиәт һылыуына, Тағы бер эләктем амурҙың уғына. Йөрәк тибеуе йышая, ни эшләргә белмәйем, Хистәрем усағында яңғыҙым, янып мин йәшәйем. Хыялланам һинең турала, йырҙарым йырлайым, Һинһеҙ был донъяла мин йәшәй алмайым. Тағы осрашыуҙы өҙөлөп көтәмен Тиҙҙән буласаҡ был, һиҙәмен, беләмен. Тик таң менән таң ғына осрашмаясаҡ, Мөхәббәткә ышанмаған ғына ҡауышмаясаҡ. Килер был көн күрермен һылыуымды, Йөрәктән урғылған йырлармын йырҙарымды.