Һәр кем уҙенсә һөйә,
Кемдер ҡаса, йәшенә, көйә.
Ә икенселәр иһә ышана, һағына, көтә,
Ә мин бөтәһен дә иҫләйем һәм һаҡлайым.
Бәләкәс, был йыр һиңә!
Күрәм төш, һин дә күрерһең әле.
Һағынам йыш керәм, һиңә лә етер мәле.
Күрешһәк яңылыш, йәшермә минән ҡарашың.
Һуңғы осрашыу, хәтерләйем, ниңә шунда алдаштың?
Алдама миңә, яратмайһың имеш,
Һағынмайһың алыҫ булһаң, йәнәһе шул килеш.
Йәшәйһең шулай тыныс ,тормош дауам итә.
Алдама мине исмаһам, шәбәйәме йөрәктә тибеш,
Үҙгәрәме кистәрең, үткәргән төндәрең?
Кемдең ҡолағына шыбырлай ялған өндәрең?
Ниңә улай итәң, ни эшләп һин алдашаң?
Ни эшләп һин ҡаты улай, хистәр менән булышаһың?
Ә мин юғалам, шикле киләһе көнөң.
Ҡайҙа,ни эшләп,ниңә бушлыҡҡа төкөнөң?
Уятмағыҙ мине, булышмағыҙ, йәштәрем бик әсе.
Был йыр һиңә, ишет, бәләкәсем.
Ҡушымта:
Аҙаштым ниңә һуң ,ниңә?
Яңғыҙ иттең мине мәңгелеккә.
Аяуһыҙ яҙмышың миңә.
Бәләкәс , һағынам һине.
Сәскәләр, хуш еҫ, рәхәт, аҡлан...
Ҡояш апай йылмайып ҡалҡҡан.
Ишетәһеңме моң, был йыр беҙҙең өсөн.
Көҙөн, ғашик булыуҙың иҫлә һәр төҫөн.
Иркәлә миңә, һөйөу шикләнмә бир ниҙән.
Ҡулың нығраҡ тот,йөрәк тибешен һиҙәм.
Тыныс шундай, ишетәһеңме ,тик һине һөйәм.
Хыялдар алып ҡаса, уларҙан тауҙар өйәм.
Һағынам һине, көтәм төндәрен.
Уянып, янымда күрергә теләйем йәнем.
Нисек булырға, һүнгәс ялҡын.
Өшөйөм мин дә,һинһеҙ ныҡ һалҡын.
Ҡасма яҙмыштан,һөрт йәштәрең.
Уятмаһа ине берәү тәмле төштәрең.
Ҡастың, йәшендең, ҡалдың һемәйеп,
Үҙең һайланың шул юлды, һиндә бар ғәйеп.
Ҡушымта:
Аҙаштым ниңә һуң ,ниңә?
Яңғыҙ иттең мине мәңгелеккә
Аяуһыҙ яҙмышың миңә.
Бәләкәс ,һағынам һине.
МС БАШ еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1