Мс Юг:
Һыуыҡ кис... Һыуыҡ ямғыр яуа ер битенә,
Ә мин яңғыҙ һине иҫкә алам, ҡыйын миңә..
Йөрәк әрней, һыҙлай, башымда бөтә бутала
Был йыр һинең турала, ҡыҙыҡай тыңла...
Хәтерләйем.. Ике йөрәк, ҡушылды айлы төндә.
Ҡаршы торам мин, ҡарашың наҙлы, ҡарай миңә,
Төш күрәмме? Ысынмы? Үҙемә ышанмайым..
Йөрәккә шундай рәхәт, ул еңел тибә..
Көн һайын шылтыратып, хәлеңде белә инем..
Китеп барабыҙ, әйтәләр һиңә, \"Һаумы, килен\"
Йылмайыуың һинең булғайны минең өсөн, алтын миҙал,
Әйт аллам, ниңә дөрөҫ юлды, һулға бораң?..
Килеп етте ваҡыт, шылтыратам, трубканы алмайың..
Оҙаҡ торғас ишетәм \"Һине мин яратмайым!\"
Тынлайым Мс Баштың йырын, тигән - онот
Ниңә улай йөрәкте киҫәң? Һин әйттең миңә \"Мине онот!\"
Ҡушымта:
Беҙ танышҡанбыҙ икән бушҡа...
Хәҙер түгелбеҙ, дошман да, дуҫ та,
Ә мин тормошомдо һинең менән үткәрер инем,
Ләкин һин бөтә, юҡ иттең!.. (2х)
Тагирко:
Ә мин һаман иҫләйем телефон номерыңды,
Һуңғы ваҡытта нишләптер, ныҡ һағындырҙы...
Ауырыйым һинең менән, миңә кәрәк дарыу..
Ваҡыт тигән түгел, ә һин, янымда булыу
Мин бит башҡа малайҙар һымаҡ түгел
Хистәр күптән юғалыр ине, ләкин һөйәмен..
Кемдер көләлер әле минән, миңә барыбер..
Мөхәббәт көслө, тимәк барыһыла булыр...
Һин миңә шундай! Ҡәҙерле инең,
Ләкин мин нишләптер шул ҡәҙерлегемде күрһәтмәнем.
Дөрөҫ түгелдер һине артабан яратырға..
Кәрәк һине, оноторға
Бер нәмә әйтһәм, шуны ғына онотма,
Һиңә был һүҙҙәргә, барыбер булһала
Ошондай булыр минең Хоҙай ғына белгән киләсәк.
Минең ҡыҙым һинең исемеңде йөрөтәсәк...
• Мс Юг & Тагирко еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2