Был репты донъялағы иң матур ҡалаға Учалыма бағышлайым
Бар донъяла бәләкәй бер матур ҡала
Ул ҡала минең Учалы тип атала
Яҡтыра уның уттары, балҡып күҙгә сағыла
Урамынан мин үтһәм, минең уйҙарым ағыла
Учалыла бар беҙҙең бөтөн нәмә етерлек
Урмандары, тауҙары һәм булған тереклек
Иртә менән ҡояш балҡып ҡаламды уята
Мс Егет ана шулай Учалыны ярата
Йырҙарым, уйҙарым минең ошо ҡалаға
Нисектер булһа ла кәрәк уға ярарға
Уралда ... минең күлле-балыҡлы
Һай матур сағыулы Учалы буйҙары
Кемде генә һоҡландырмай Ирәмәл тауҙары
Шаулап үтә Ҡалҡан күлдә яҙғы һабантуйҙары
Яратайыҡ, туғандар, үҙебеҙҙең ҡаланы
Учалы батырҙары әҡәрле аҙымдары
Мин ғорурланам был ҡалала
Тыуып үҫкәнгә, бында торғанға
Учалым ҡалам һине яратам
Мин һинең генә балаң, һин минең генә ҡалам
Абҙаҡ, Ахун, Илсе, Иманғол,
Озерный - үҙе бер, Ҡобағош, Ҡаҙаҡҡол,
Ильтабан,Ишкен, Ишмәкәй, Иҫтамғол,
Һөләймән, Өргөн, Ҡалҡан, Ҡәйепҡол.
Был ауылдарҙы һыйҙырған бәләкәй Учалы
Бөтәһен яҙырға етмәй ҡағыҙ биттәре
Ана шулай бай минең яратҡан Учалым
Һәм һиңә тағы ла реп һүҙен яҙырмын
Мин ғорурланам был ҡалала
Тыуып үҫкәнгә, бында торғанға
Учалым ҡалам һине яратам
Мин һинең генә балаң, һин минең генә ҡалам
Мс.Егет (Венер Насибуллин) еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1