Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

На день учителя) - Эх студень тормошо | Текст песни

Иртән сәй эсмәй йүгерҙем,
өлгөрмәне уҡырға
Һуҡтым-сәстем сәғәтемде
кем ҡушҡандыр туҡтарға
Барһам тамаҡ ялғармын тип ,
Ашханаһы бикләнгән,
Һуңғы биш төшөп ҡалған тишек тошоҡ кеҫәнән
Ямғыр яуып өҫтөм һыулы,
Ҡояш сыҡты кипмәне
Барған инем һөйгәнемә фырҡ эштәрем бешмәне
Кәйеф сара йуғалды,
ни эшләргә белмәйем
Кемдер саҡырҙы ҡунаҡҡа
Иҫәр шунда кермәйем
Эңер төштө һәм урамда һылыу ҡыҙҙар күбәйҙе
Ҡыҫҡа итәк алһыу етәк, хуш буй еҫтәре
Сиртәләр күңел йөҙҙәрен , мин дә егет бит әле
Дискатекаға йулландым бөгөн бушлай шикелле
Тик бына ишек төбөндә торған һәтәр ағайҙар
Матур ҡына һүҙҙәр әйтеп мине кире борҙолар
фейсконтрол тигән нәҡтәһе
ана шулай булалыр
бөгон шулай көн булырын нисек алдан беләһеең

Эх Студент тормошо,
Ике донъя бер мөрйә
Үтеп китһә бөгөнгө кон
Шул еткәндер Миңәә х2

Таң менән килеп торҙом
әле ҡояш сыҡмаған
Кисэ иртә ҡайты ятҡас
йоҡлап йоҡолар туйған
Сәй эскәс киттем уҡырға,
ниәт алырға бишле
бөгөн ниһә өҫтәүенә эстипендийә шикелле
Ашхана түгел кафела туйғансы бер ашармын
ямғырҙа һыуланмаҫ өсөн зонтик һатып алырмын
Һөйгәнемдә шат йылмайып ҡаршылар бөгөн мине
Дискатекаға барһам фейсконтрольы ял итер
Шундай татлы уйҙар менәнатлап киләм урамдан
Мин уҡыған уҡыу йорто бик яҡын урынлашҡан
беҙҙең өй ул ятаҡтар тик бына ҡыҙыҡ бер хәл
Ғыжғып торған студент халҡы әллә ҡайҙа йуғалған
Ҡапыл курэм бер ишектә Бөгөн ял тип яҙылған
Кеҫәлә ятҡан календарь әллә былтырҙан ҡалған
Ултырам мин кәртәлә китаптарҙы ҡосаҡлап
Был мәшхәрәне нисек була икән ул ағлап

Эх Студент тормошо,
Ике донъя бер мөрйә
Үтеп китһә бөгөнгө кон
Шул еткәндер Миңәә х2

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-