«Дуҫтарыма» (народная песня крященых татар)
1. Ҡара урмандарҙың уртаһында,
пар имәндәр киҫтем әллә ли.
Припев: Пар өйрәктәр йөҙәлер,
Әрәмәлә күлдәрҙә.
Дуҫҡайҙарым йыйылышҡан,
Сәскә ата гөлдәр ҙә.
2. Уҙар ғүмеремдең уйҙарында,
Татыу булһаҡ ине беҙ бергә.
Припев: Йыйҙым еләк, йыйҙым еләк,
Еләктән ҡайтып киләм,
Ер еләге нисек тәмле,
Һеҙҙе лә шулай һөйәм.
3. Һыу буйҙарында ла йөрөгән саҡта,
Алтын тәңкә таптым әллә ни.
Припев: Йыйҙым еләк, йыйҙым еләк,
Бөрлөгәндәре менән,
Беҙ йәшәйбеҙ дуҫ – иштәрҙең ,
Бер тигәндәре менән.
4. Алтын тәңкә беҙгә , ҙур мал түгел,
Бер күрешеүҙәре әллә ни.
Припев: Француз яулыҡтар кәштәлә,
Бөклә дүрткә, бишкә лә,
Һеҙҙең менән күрешеүҙәр,
Керһә ине төшкә лә.
НВА "Ильгам" еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1