Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

неизвестный - Еңеү көнө менән Башҡортостан! | Текст песни

Илебеҙҙә байрам ҙур байрам
шатлыҡтарға тулды һәр урам
майҙандарҙа парадттар үтә
самолеттар осалар күктә
Припев:
Иң бөйөк яҙ байрамы
Ҡыуаныстан күңел һайраны
Дан,дан илебеҙгә дан!
Бөйөк еңеү менән Башҡортостан!

Бөйөк Ватан һуғышы саҡтарҙа
Баш һалдылар йыраҡ яҡтарҙа
Беҙҙең ғәзиз улдар,атайҙар
Ҡаһармандар, ҡыйыу батырҙар
Припев:
Бөйөк беҙҙең яугирҙар
Баш эйәбеҙ һеҙгә ҡорбандар
Беҙҙең янда батырҙар
Баш эйәбеҙ һеҙгә ветерандар

Яу юлдары йөрәкте телә
Ауырлыҡты әсәйҙәр белә
Ҡатын- ҡыҙ, бабайҙар, үҫмерҙәр
Батырҙарса хеҙмәр иттеләр
Припев:
Завод, яландарҙа эшләнеләр
Ямғыр ҡарҙарҙа
Бөйөк беҙҙең кешеләр
Өләсәйҙәр һәм олатайҙар

Диңгеҙҙәрҙә караптар йөҙә,
Күктә парашютистар оса
Ерҙә беҙҙең батыр һалдаттар
Бөйөк илебеҙҙе һаҡлайҙар
Припев:
Тыныс донъя ныҡ булһын
Зәңгәр күктә ҡояш балҡыһын
Ғәзиз Ватаныбыҙ,
көслө рухлы булһын халҡыбыҙ

Азат илебеҙ һәм еребеҙ
Ғәзиз наҙлы, башҡорт телебеҙ
Яҡты ниәт менән күңелдәрҙә
Атлайбыҙ яңы еңеүҙәргә
Припев:
Еңеү көнө гөрләй,
Күкте салюттар, сәскәләр биҙәй!
Дан,Дан илебеҙгә дан!
Еңеү көнө менән Башҡортостан!


неизвестный еще тексты


Видео
    Нет видео
    -
    Оценка текста
    Статистика страницы на pesni.guru ▼
    Просмотров сегодня: 2