В. Бәҙретдинов һүҙҙәре
А. Туҡтағолов көйө
1. Яҙ кеүек күңелдә йылы саҡ
Ҡояштай иркәләй бала саҡ
Бөтәһе йылмая бик алсаҡ
Хәтерҙә мәктәбем ҡаласаҡ.
Ҡушымта:
Мәктәбем донъяһы , аң белем
Өйрәнәм башҡортса, үҙ телем
Мин ғорур Уралым, үҙ илем
Аҡылым алтындай, саф илем.
2. Көҙҙәр ҙә яҙ кеүек йыуаныс
Мәктәбем килтер гел ҡыуаныс
Тыуҙырып көндәрҙең сыуағын
Юра һин юлдарҙың иң сағын.
Ҡушымта:
Мәктәбем донъяһы , аң белем
Өйрәнәм башҡортса, үҙ телем
Мин ғорур Уралым, үҙ илем
Аҡылым алтындай, саф илем.
3. Мәктәбем белемдән ҡойолған
Туралап киләсәк данынан
Үткәндә мәктәбем янынан
Тыуғандай буламын яңынан
Ҡушымта
Неизвестный исполнитель еще тексты
Другие названия этого текста
- Неизвестный исполнитель - Мәктәбем (1)
- Алмас Шаммасов , Айгуль Мусина - Мәктәбем (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1