Ғәзиз Дәүләтбирҙин музыкаһы
Мәүлитбай Ямалетдинов шиғыры
Беҙҙең ара йондоҙ кеүек бик йыраҡ,
Һинән хатта сәләмдәр ҙә бик һирәк.
Күңелемде биләп алдың тағы ла,
Саф мөхәббәт ғаҙаптарҙан ярала.
Һин үҙең дә әкиәттәге батырым,
Күктең түгел, ерҙең яҡты йондоҙо.
Күңелемде биләп алдың тағы ла,
Һәр бер нурҙа һинең төҫөң сағыла.
Хыялымдың күктәрендә балҡыйһың,
Һиңә булһын йөрәгемдең ялҡыны.
Күңелемде биләп алдың тағы ла,
Саф мөхәббәт адашһа ла, табыла.
Нәзифә Ҡадырова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2