Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Нәзифә Ҡадырова - Ниңә берҙән бер түгел? /минус/ | Текст песни

Салауат Низаметдинов көйө
Зөһрә Ҡотлогилдина һүҙҙәре

Һыуға сарсап кипкәнем дә
Ниңә һин ямғыр түгел?
Ғүмер буйына эҙләнем
Ниңә һин яңғыҙ түгел?

Ғүмер буйына эҙләнем
Ниңә һин яңғыҙ түгел?
Ниңә һин яңғыҙ түгел?

Сәскә кеүек көнгә баҡтың
Ниңә һин ысык түгел?
Ҡоймай ямғырҙар ҙа ҡалдым
Ниңә һин ышык түгел?

Ҡоймай ямғырҙар ҙа ҡалдым
Ниңә һин ышык түгел?
Ниңә һин ышык түгел?

Яҙғы ташҡын булып аҡтың
Ниңә һин йәрем түгел?
Күңелдәрем моңға тулды
Ниңә һин йырым түгел?

Күңелдәрем моңға тулды
Ниңә һин йырым түгел?
Ниңә һин йырым түгел?

Мин йәшнәнем күкте япып
Ниңә һин күкрәү түгел?
Һинең өсөн ниңә һуң мин,
Берҙән — бер берәү түгел?

Һинең өсөн ниңә һуң мин,
Берҙән — бер берәү түгел?
Берҙән — бер берәү түгел?


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-