Яҙ көндәренә оло йәм өҫтәп,
Аҡҡоштар ҡайтты һин киткән яҡтан.
Сәләмдәреңде улар әйтмәйҙәр
Миңә йыраҡтан, миңә йыраҡтан.
Һиңә тип атап сәскәләр йыйҙым,
Йыйған сәскәләр шиңделәр инде.
Ҡайтыр әле тип көткән өмөттәр
Һүнделәр инде, һүнделәр инде.
Шиңгән сәскәләр ҡабат терелер,
Ҡайтыу хәбәре һинән килгәс тә.
Һүнгән өмөттәр ҡабыныр яңынан,
Һине күргәс тә, һине күргәс тә.
Нәзифә Ҡадырова еще тексты
Другие названия этого текста
- Нәзифә Ҡадырова - Сәскәләр уяныр (0)
- Ғәйнетдинов Мәүлетбай - Сәскәләр уяныр (0)
- Ант - Сәскәләр уяныр (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1