Роберт Ғәзизов музыкаһы
Сафуан Әлибаев шиғыры
Күңелем һис талмаҫ ҡанатлы,
Талпына бейектә-бейектә.
Күҙҙәрем, уйҙарым гел күктә —
Ғашиҡмын осоусы егеткә.
Осоусым, осоусым
Һин мине күтәрҙең күктәргә.
Ҡайҙарға китһәң дә, ҡошсығым,
Мин әҙер көтөргә, көтөргә.
Күгемдә һыҙыллды аҡ йәйғор —
Тағы ла бөркөтөм ҡалҡынды.
Күңлемдә мөхәббәт йәйғоро
Ғүмергә һүнмәҫкә балҡыны.
Осоусым, осоусым
Һин мине күтәрҙең күктәргә.
Ҡайҙарға китһәң дә, ҡошсығым,
Мин әҙер көтөргә, көтөргә.
Офоҡтар артына юғалып,
Борсылыу һалма һин йөрәккә,
Күктәр гел аяҙ һәм саф булһын,
Имен ҡайт һин тыуған төяккә.
Осоусым, осоусым
Һин мине күтәрҙең күктәргә.
Ҡайҙарға китһәң дә, ҡошсығым,
Мин әҙер көтөргә, көтөргә.
Нәзифә Ҡадырова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1