Мәтрүшкәләр, кипкән мәтрүшкәләр,
Алыҫтарҙан әсәй ебәргән.
Йәшлегемдең гузәл сәскәләре
Тыуған ҡырҙарымда тибрәлгән.
Тәрән һағыныуҙан уйсанланған
Күҙ ҡарашым һеҙгә төбәлгән.
Әйтегеҙсе миңә, мәтрүшкәләр,
Әсәм ни әйтергә теләгән?
Мәтрүшкәләр мине уяттылар,
Һиҫкәндереп ғәмһеҙ төндәрҙә.
"Мәтрүшкәләр кеуек киберһегеҙ,
Айырылһағыҙ тыуған илдәрҙән...
Ғәниев Фәдис еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1