Нәғим Нуриманов көйө
Т.Вәлиева һүҙҙәре
Үткәндәрҙе уйлап уйлағанда
Йөрәгемде һөйләй һағыштар.
Ниңә генә икән, был донъяла,
Беҙ тигәнсә булмай яҙмыштар?
Нисек кенә өҙөлөп һөйһәң дә һин
Йәшлек йәрем ҡала яттарға.
Тура килә тормош юлым һиңә,
Башҡа берәү менән атларға.
Әйтерһең дә фани был донъялар,
Тик яңлыштан ғына торалар.
Ғүмерҙәрҙең ҡәҙрен белмәйенсә
Кеше үҙенә кәртә ҡоралыр -
Беҙ тигәнсә булмай яҙмыштар.
Нәғим Нуриманов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1