Сәхрәләрҙән сығып юлыма
Ҡулдарымды алдың ҡулыңа.
Иркәләнең, һөйҙөң, яраттың
Яраландым, наҙҙан мин яндым.
Йәнем һине, йәнем һине,
Йәнем һине мин һөйөп ҡалдым.
Һине уйламаған көнөм булманы,
Төшөмдә күрмәгән төнөм ҡалманы.
Йылы наҙҙарыңды өҙ(ө)лөп һағындым,
Йәнем һине мин һөйөп ҡалдым.
Әйтелмәйсә ҡалды һүҙҙәрем,
Әрнеүҙәрҙән талды күҙҙәрем.
Һағыштарым, һағыныуҙарым,
Өҙгөләнеп талпыныуҙарым.
Нәркәс Сирәжетдинова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1