Бәхет асҡыстары таптыңмы
Әллә ожмах ҡошон тоттоңмо
Йә булмаһа әкиәт егете
Юлдарыңа үҙе сыҡтымы
Тәгәрәһен ғүмер йомғағы
Һүтелһендәр айҙар-йылдары...
Һөйөү батша булған ерҙәргә
Алып барһын мине йылдарым
Йондоҙҙар күп бик күп һанаһаң,
Матурҙар күп бик күп һайлаһаң.
Һинең гүзәллеккә күҙ тейер
Йөҙҙәреңә тултырып ҡараһам
Юлдаш булһын һиңә именлек
Йәнәшәңдән барһын изгелек
Йөҙҙәреңә сыҡҡан бәхетең
Була курһен берүк мәңгелек
Йондоҙҙар күп бик күп һанаһаң,
Матурҙар күп бик күп һайлаһаң.
Һинең гүзәллеккә күҙ тейер
Йөҙҙәреңә тултырып ҡараһам
Нугуманов Ирек еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2