\"Йә Иләһи\"
Г. Мырҙабаева, Р. Игеҙбаев һүҙ.
Леонард Коэн музыкаһы
Өмөт кешене йәшәтә,
Йөрәктәргә иман бирә.
Иман менән тирә-яҡҡа ҡара һин.
Иманыңды тәрбиәлә,
Өмөтөңдө һис һүндермә,
Йөрәгеңдә йәшәһен, йә Иләһи.
Бисмилләһи, тип көнөңдө
Башла, уҡып рәхмәтеңде,
Иман нуры күңелеңде биләһен.
Был донъяның именлеген
Хоҙайым һаҡлаһын инде.
Ҡабул булһын теләгем, йә Иләһи.
Лә Иләһи Илләллаһ,
Мөхәммәдүр Рәсүлуллаһ,
Теләгебеҙ ҡабул була, ышан һин.
Иман юлына баҫайыҡ,
Изгелекле беҙ булайыҡ,
Тормош шунда йәмләнер, йә Иләһи.
© 2016
\"лә Иләһи\" һүҙҙәре айырым \"Алла юҡ\" тип тәржемә ителгәнен, уларҙың \"йә Иләһи\" һүҙҙәренән ҙур айырмаһы бар икәнен белмәүем тик минең генә хата, ғәфү итегеҙ, әммә был йыр \"Алла юҡ\" тигән мәғәнәлә яҙылмағайны, ә киреһенсә иман юлына баҫыу, Аллаға ышаныу мәғәнәһендә.
Ихтирам менән, Рәил Игеҙбаев!
Нургизә Манапова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2