Ризуан Хәким музыкаһы
Таңһылыу Ҡарамышева шиғыры
Саҡыр мине, ҡурҡма, һөйөү һиңә
Торһа ла тик ғазап утынан.
Ҡарашыңды һинең көтөп алам,
Тауышыңды йөрөйөм юҡһынып.
Саҡыр мине, ҡурҡма, яратырға
Яратылған кеше тыумыштан.
Һин ҡурҡаһын икән һөйөүеңдән,
Һин ҡурҡаһың, тимәк, тормоштан.
Саҡыр мине, ҡурҡма мөхәббәттән!
Уттарынан ҡурҡмай яралан.
Шул яралар янһа изге булып,
Бәхет табып йәшәй алалар,
Тормош йәмен күрә алалар.
Нәфисә Хәкимова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1