АШЫҠМА.
Узеңдең язмышыңдан ҡасып ҡотола алмаҫһың,
Ана күпме тырыштылар, ҡара hынмаhын ҡанатың.
Шуның өсөн ғүмереңдең гел ҡәҙерен белеп йәшә,
Күктәге дуҫтарың hинең өсөн урын белешә.
Нисә йылдар аҡыл hатып алға ынтылма тинеләр,
Тыңла оло кеше hүҙен, булма hин hэр вакыт йүләр.
Хәтәр эштәр әйләндереп кемде бөгөн шаҡ ҡатырҙың,
Кисэ төнөн ташлап китте, hине буласаҡ ҡатының.
Ә бөгөнгө көндә hинә бөтә донъя ҡара-ҡаршы,
Үлер алдынан бар гонаhтарыңды йыуырға ашыҡ.
Аңламаған бәндәләргә аңлатырға ла тырышма,
Әйзә шулай йәшәhендәр, тар уйҙарыңа hыйышмай.
Әгэр дөрөҫ итеп йәшәп, көн күрергә ҡулыңдан килеп,
Теләгэн әйбереңде теләгән кешенә биреп,
Ғүмер буйы рәхмәт hүҙен ишетеп йәшәгең килhә,
Ашыҡма, ашыҡма!
Ҡушымта:
Ашыҡма, ашыҡма,
был донъяларҙан китергә hин ашыҡма!
Ашыҡма, ашыҡма,
был донъяларҙан китергә hин ашыҡма!
Кемгә икәнен дә белмәй уҡынаhың-суҡынаhың,
Төпhөҙ күктең көмбәҙенән нимә көтөп ултыраhың.
Кәрәк булhа, ҡара ҡоштар төшөп хәбәр еткерерзәр,
Ә беҙ шуға ышанабыҙ, ха-ха, иҫәрҙәр.
Мөхәббәтhеҙ ҡалдырҙылар, ә мин кире әҙләп таптым,
Һорамайса алға баҫһам, уйымдан хурлыҡҡа баттым.
Сабыр итhәм берэй заман шундай көндэр килеп етер,
Минен йәнем урамында өс-дүрт кеше байрам итер.
Ҡушымта:
Ашыҡма, ашыҡма,
был донъяларҙан китергә hин ашыҡма!
Ашыҡма, ашыҡма,
был донъяларҙан китергә hин ашыҡма!
Ҡушымта:
Ашыҡма, ашыҡма,
был донъяларҙан китергә hин ашыҡма!
Ашыҡма, ашыҡма,
был донъяларҙан китергә hин ашыҡма!
Ашыҡма!
Рөстәм Ғиззәтуллин еще тексты
Другие названия этого текста
- Рөстәм Ғиззәтуллин - Ашыҡма (0)
- Рөстәм Ғиззәтуллин - Ашыҡма (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2