ҺИҢӘ ГЕНӘ.
Һиңә генә бүләк итәм,
Күңелемде, һөйөүемде.
Әгәр бик оҙаҡҡа китһәм,
Алып китәрмен һине үҙеңде.
Юлдарымда мин осраттым,
Һине, һине генә.
Бәхетем тим, пар ҡанатым,
Һиңә, һиңә генә.
Ҡулдарыңды мин яраттым,
Һинең, һинең генә.
Мөхәббәтем күҙ ҡарашым,
Бары һиңә генә.
Ҡушымта:
Һиңә генә бүләк итәм,
Күңелемде, һөйөүемде.
Әгәр бик оҙаҡҡа китһәм,
Алып китәрмен һине үҙеңде.
(2 тапҡыр).
Көндәремде мин үткәрҙем,
Һинең менән генә.
Ауырлыҡты күтәрермен,
Һинең өсөн генә.
Йырҙарымды бүләк итәм,
Һиңә, һиңә генә.
Берҡасанда ташлап китмәм,
Вәғҙә итәм һиңә.
Ҡушымта:
Һиңә генә бүләк итәм,
Күңелемде, һөйөүемде.
Әгәр бик оҙаҡҡа китһәм,
Алып китәрмен һине үҙеңде.
(2 тапҡыр).
Ҡушымта:
(2 тапҡыр).
Әгәр бик оҙаҡҡа китһәм,
Алып китәрмен һине үҙеңде.
(2 тапҡыр).
Рөстәм Ғиззәтуллин еще тексты
Другие названия этого текста
- Рөстәм Ғиззәтуллин - Һиңә генә (0)
- Ғиззәтуллин Рөстәм - Һиңә генә (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2