Назар Нажми һүҙҙәре,
Рим Хасанов музыкаһы
Юлдарым буйлап киләмен,
Елдәрем иҫә генә;
Йылдарым балҡып һүнәләр –
Ғүмерем иҫәбенә.
Ғүмер балҡый, ғүмер балҡый
Балҡыған күңелдәрҙә.
Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек,
Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек –
Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә.
Юлдарым буйлап киләмен,
Йыр йырлап һөйгәнемә;
Ҡанатландыра күңелде
Һөйҙөрә белгән генә.
Ғүмер балҡый, һөйөү балҡый
Ҡанатлы күңелдәрҙә.
Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек,
Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек –
Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә.
Юлдарым буйлап киләмен,
Килмәйем, еләм генә.
Йәшәүҙәр, йәшәү шикелле
Дуҫтарым менән генә.
Ғүмер балҡый, дуҫлыҡ балҡый –
Ялҡынлы күңелдәрҙә.
Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек,
Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек –
Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә.
Ғүмер балҡый, дуҫлыҡ балҡый –
Ялҡынлы күңелдәрҙә.
Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек,
Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек –
Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә.
Радик Гареев еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1