Хөсәйен Әхмәтов көйө Назар Нәжми һүҙҙәре
Дуҫлыҡ йыры тынмай яңғыраһын,
Еребеҙҙе ай-хаҡ мең ураһын
Иң матур йыр беҙҙә — дуҫлыҡ йырҙары, йырҙары.
Күңелдәрҙән күскән күңелдәргә
Йәйғор булып төшкән киң ерҙәргә
Иң матур йыр беҙҙә — дуҫлыҡ йырҙары, йырҙары.
Һабуллашып йыраҡ китһәктә,
Беҙ ҡайҙарҙа ғына етһәктә,
Дуҫлыҡ йыр ҡалыр йөрәктә, йөрәктә.
Ҡайғы түгел, шатлыҡ-нур өләшеп,
Ауырлыҡтар еңдек бергәләшеп,
Торған ерҙәр, беҙҙең башҡа уйҙар бер, уйҙар бер.
Бер хыяллып, бер теләкле итеп,
Мәңгелеккә хуш йөрәкле итеп,
Тоташтырған безҙҙе оло тыуған ер, тыуған ер.
Һабуллашып йыраҡ китһәктә,
Беҙ ҡайҙарҙа ғына етһәктә,
Дуҫлыҡ йыр ҡалыр йөрәктә, йөрәктә.
Бергә инде ярһып ут-суларга,
Бер сәмеңне алып йондоҙҙарға,
Йылдар ағышында дуҫлыҡ сыныҡты, дуҫлыҡ сыныҡты.
Һағындырып ҡына осраштырып,
Осраштырғас тағы хушлаштырып,
Һынай икән ваҡыт беҙҙең дуҫлыҡты, дуҫлыҡты.
Һабуллашып йыраҡ китһәктә,
Беҙ ҡайҙарҙа ғына етһәктә,
Дуҫлыҡ йыр ҡалыр йөрәктә, йөрәктә.
Радик Гәрәев еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1