Иҫке өй
Салауат Низаметдинов көйө Азамат Усманов һүҙҙәре
Бик йыш төштә, күрәм иҫке өйҙө,
Иҫке өйөм, бала саҡтың йөҙө.
Үткәндәрҙе, күрһәм иҫке өйҙә,
Яҡты уйҙар үҙәгемде өҙә.
Иҫке өйҙө, бик йыш төштә, күрәм.
Иҫке өйҙө, бик йыш төштә, күрәм.
Таралыштыҡ, ҡанатыбыҙ нығып,
Ҡайтҡылайбыҙ, һирәк, бик һағынып.
Гел ҡайтабыҙ, тура, яңы өйгә,
Төгәлмәгән, донъя ҡайтҡан көйгә.
Иҫке өйҙө, бик йыш төштә, күрәм.
Иҫке өйҙө, бик йыш төштә, күрәм.
Иҫке өйөм, ул бит ҡош ояһы,
Олатайым, атайымдың яғы.
Иҫке өйөм баҙар ығы – зығы
Әсәйҙең дә әле йәп – йәш сағы.
Иҫке өйҙө, бик йыш төштә, күрәм.
Иҫке өйҙө, бик йыш төштә, күрәм.
Радик Гәрәев еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1