Сәрмән буйҡайҙары ай киң ялан,
Бесәндәре етер бер заман шул,
Бесәндәре етәр бер заман.
Бергә йәшәүҙәре ай күңелле,
Әммә айырылышыу бик яман.
Сәрмән буйҙарынан үткән саҡта
Тыңларһыңмы, йырҙар йырлармын шул,
Тыңларһыңмы, йырҙар йырлармын.
Күҙҙәреңде тултырып ҡарарһыңмы,
Зәңгәр тауҙан яулыҡ болгармын.
Һандуғастар һайрай, һайрай, һайрай,
Сәрмән буйҙарында тирәктә шул,
Сәрмән буйҙарында тирәктә.
Һиңә булған йәшлек мөхәббәтем
Үрелеп сәскә ата йөрәктә.
Радик Гәрәев еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1