Рим Хәсәнов көйө Сафуан Әлибаев һүҙҙәре
Йыраҡтарҙан йондоҙ әҙләй ярһыу йәшлек,
Ерҙә һүнмәҫ уттар барын, һизмәйенсә.
Беребеҙ күктә, беребеҙ ерҙә, тороп ҡалған,
Йәшлек саҡтың үтерләрен белмәйенсә.
Ул саҡтарҙың осҡондары гөрләр кеүек,
Елдәр йотҡан, йәмдәр әле, һүң түгелдер,
Шул көндәрҙе беҙгә ҡабат ҡайтарырға,
Һүң түгелдер, бәлки, һүң түгелдер.
Йәшлектәрҙең ташҡындары шаулап аҡҡан,
Тик икебеҙ ҡалғанбыҙ шул ике ярҙа.
Бер мөғҗизә тоташтырһа ярҙы — ярҙан,
Үткәндәре ҡабатланыр тағы ерҙә.
Ул саҡтарҙың осҡондары гөрләр кеүек,
Елдәр йотҡан, йәмдәр әле, һүң түгелдер,
Шул көндәрҙе беҙгә ҡабат ҡайтарырға,
Һүң түгелдер, бәлки, һүң түгелдер.
Радик Гәрәев еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1