Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Радик Гәрәев - Һыу һибегеҙ гөлдәргә | Текст песни

Назар Нажми һүҙҙәре,
Рим Хасанов музыкаһы

Юлдарым буйлап киләмен,
Елдәрем иҫә генә;
Йылдарым балҡып һүнәләр –
Ғүмерем иҫәбенә.
Ғүмер балҡый, ғүмер балҡый
Балҡыған күңелдәрҙә.
Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек,
Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек –
Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә.

Юлдарым буйлап киләмен,
Йыр йырлап һөйгәнемә;
Ҡанатландыра күңелде
Һөйҙөрә белгән генә.
Ғүмер балҡый, һөйөү балҡый
Ҡанатлы күңелдәрҙә.
Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек,
Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек –
Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә.

Юлдарым буйлап киләмен,
Килмәйем, еләм генә.
Йәшәүҙәр, йәшәү шикелле
Дуҫтарым менән генә.
Ғүмер балҡый, дуҫлыҡ балҡый –
Ялҡынлы күңелдәрҙә.
Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек,
Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек –
Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә.

Ғүмер балҡый, дуҫлыҡ балҡый –
Ялҡынлы күңелдәрҙә.
Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек,
Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек –
Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә.

Радик Гәрәев еще тексты


Другие названия этого текста
  • Радик Гәрәев - Һыу һибегеҙ гөлдәргә (1)
  • Радик Ғәрәев - Һыу һибегеҙ гөлдәргә (0)
Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1