Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Радик Юлъяҡшин - Һауала ай (Exclusive music) | Текст песни

Моңһоу ҡарай яңғыҙ тулы ай,
Хистәр дулай инде нисә ай,
Һинһеҙ йәнем минең
Күңелем йәм таба алмай.

Һине уйлап йөрәгем илай,
Һине уйлап йөрәгем һыҡтай,
Ниңә генә иркәм һаман да
Бергә булып булмай?
Белмәйем мин йәнем һин ҡайҙа…

Һауала ай
Моңһоу ҡарай,
Ул да моң-һағыштарҙан тулы буғай…
Былай булмай,
Тап берәй яй,
Кил һуңламай!!!

Онотолмай йондоҙло төндәр,
Онотолмай бәхетле көндәр,
Бергә үткәргән мөхәббәтле
Йәйге миҙгелдәр.
Онотолмай һылыу буй-һының,
Онотолмай шат йымайыуың
Хәлдәремде аңлаһа
Ай ғына аңлай буғай.
Белмәйем шул йәнем һин ҡайҙа…

Һауала ай
Моңһоу ҡарай,
Ул да моң-һағыштарҙан тулы буғай…
Былай булмай,
Тап берәй яй,
Кил һуңламай!!!


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-