1) "Әсәй",тиеп купме йыр йырланған
Купме шиғыр юлы теҙелгән,
Сөнки юк шул әсәйҙән дә нығырак
"Балаларым",тиеп өҙөлгән.
Припев:
Нисек кенә итеп еткерәйем
Куңелдәге рәхмәт тойғоhон?
Алдарыңа теҙләнәмен,әсәй,
Маңлайыңдың убәм hәр hырын.
2) Уҙем әсәй куптән,тормошомда
Әҙ эсмәнем яҙмыш hурпаhын
Тик hаман да,ғәзиз әсәкәйем,
Изге кәнәшеңә мохтажмын.
Припев:
Нисек кенә итеп еткерәйем
Куңелдәге рәхмәт тойғоhон?
Алдарыңа теҙләнәмен,әсәй,
Маңлайыңдың убәм hәр hырын.
3) Ғумереңде беҙгә бағышланың
Фәрештәләй беҙҙе hаклайhың
Ауыр сакта тоям иңдәремдә
hинең ҡулдарыңдың йылыhын.
Припев:
Нисек кенә итеп еткерәйем
Куңелдәге рәхмәт тойғоhон?
Алдарыңа теҙләнәмен,әсәй,
Маңлайыңдың убәм hәр hырын.
Радик Юльякшин, Зифа Хакимова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1