Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Радик Юльякшин - Үҙ йондоҙом | Текст песни

1.Кеше килгәс яҡты донъяға
Күктә бер йондоҙ ҡабына
Минең дә йондоҙом
Яҡтырта юлымда.
ул тора яҙмышым хаҡында
Көс бирә арыған сағымда
Туры юл күрһәтә аҙашып ҡалғанда.
Куңелем нур зарға тулғанда

припев.
Һүнмә генә минең йондоҙом,
Балҡый яҙмышым күңелдә.
Еңел булмаһа ла юлым,
Мин бәхетле был ергә килгәнгә.

2.Йондоҙҙар күп йыһанда,
Минең дә йондоҙом бар унда
Ваҡыт еткәс бер мәл ,
Һүнәсәк бит ул да.
Нурҙар сәсеп ергә атылыр
Һуңғы тапҡыр юлды яҡтыртыр
Тик әлегә балҡый
минең баш осомда
Йыуата моңланған сағымда

припев;
Һүнмә генә минең йондоҙом,
Балҡый яҙмышым күңелдә.
Еңел булмаһа ла юлым,
Мин бәхетле был ергә килгәнгә.

3.Һәр кемдең бар үҙ йондоҙо
Һәр кемдең бараһы үҙ юлы
Шатлыҡтары ҡайғы,
Үҙ моң зарҙары.
Әгәр ҙә ауыр хәлдә ҡалһам,
Тормошҡа ышаныс юғалтһам,
Үҙ йондоҙом мине
Йыуатыр ташламаҫ
Ул мине яңғыҙым ҡалдырмаҫ

припев;
Һүнмә генә минең йондоҙом,
Балҡый яҙмышым күңелдә.
Еңел булмаһа ла юлым,
Мин бәхетле был ергә килгәнгә.

Радик Юльякшин еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1