Үткән генә ғүмер аҡҡан һыуҙай,
Үтеп китә һис бер сара юҡ,
Ошо донъя үҙе ожмахтарҙай
Кинәнесен белеп ҡалайыҡ.
Йәне генә юҡтың,ғәме булмай,
Йәмдәр табып йәшәп ҡалайыҡ.
Дәртһеҙҙәрҙә генә дарман булмай,
Дарманлыҡтан ләззәт табайыҡ.
Күңеле киңдең донъяһы киң,
Киң күңелле булып ҡалайыҡ.
Донъяныҡы донъялыҡта ҡалһын
Сауаптарын алып ҡалайыҡ.
Ошо донъя үҙе ожмахтарҙай
Кинәнесен белеп ҡалайыҡ.
Донъяныҡы донъялыҡта ҡалһын
Сауаптарын алып ҡалайыҡ.
Радмир Туйсин еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1