Мәңгелек сер
Г.Юнысова һүҙҙәре
Р.Әхмәтова көйө
1.Быуаттарҙы сорнап ер әйләнә,
Ер йөҙөндә һанһыҙ күп серҙәр.
Ул серҙәрҙең иң- иң тәрәндәрен,
Йөрәктәрҙә һаҡлай кешеләр.
2.Минең дә бит изге бер серем бар,
Хыялыма таба илтеъсе.
Көндәремде яҡты,төштәремде татлы,
Йырҙарымды дәртле итеъсе.
3.Һис кем белмәҫ минең был серемде,
Тик үҙемдә ҡалыр ялҡын – ут.
Башҡаларға уны асҡым килмәй,
Һиңә сисер инем – хаҡым юҡ.
4.Бер нәмә лә ерҙә мәңге түгел,
Ғүмерҙәр ҙә тормай һандыҡта.
Тик йөрәктән сыҡҡан утлы хистәр
Яныр әле беҙҙән ҡалып та.
Разида Ахметова еще тексты
Другие названия этого текста
- Разида Ахметова - Мэнгелек сер. (2014)слова Гульфии Юнусовой,музыка Разиды Ахметовой (0)
- Рәзидә Әхмәтова - Мәңгелек сер... (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2