Мәңгелек сер
Рәзидә Әхмәтова көйө Гөлфия Юнысова һүҙҙәре
1.Быуаттарҙы сорнап ер әйләнә,
Ер йөҙөндә һанһыҙ күп серҙәр.
Ул серҙәрҙең иң – иң тәрәндәрен
Йөрәктәрҙә һаҡлай кешеләр.
2.Минең дә бит изге бер серем бар
Хыялыма таба илтеүсе.
Көндәремде яҡты,төштәремде татлы,
Йырҙарымды дәртле итеүсе.
3.Һис кем белмәҫ минең был серемде,
Тик үҙемдә ҡалыр ялҡын – ут.
Башҡаларға уны асҡым килмәй,
Һиңә сисер инем – хаҡым юҡ.
4.Бер нәмә лә ерҙә мәңге түгел,
Ғүмерҙәр ҙә тормай һандыҡта,
Тик йөрәктән сыҡҡан утлы хистәр
Яныр әле беҙҙән ҡалып та.
Разида Ахметова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1