Күңелең сағыла моңһоу күҙҙәреңдә,
Һүҙҙәрең барын йәшереп маташһа ла,
Уйҙарың күптән минән алыҫлашҡаны,
Күренә йылмайған битлек һайлаһаңда.
Ут ялҡындан,боҙ һалҡынға
Әүерелдең ни сәбәптән?
Асҡыстарын кемдәр урланы
Һинең йөрәктең?
Күңелең сағыла моңһоу күҙҙәреңдә,
Һүҙҙәрең барын йәшереп маташһа ла,
Уйҙарың күптән минән алыҫлашҡаны,
Күренә йылмайған битлек һайлаһаңда.
Бер аҙымдан мең саҡрымдай,
Ғазабы тиң йәрәхәттәй,
Әйтсе йәнем ник ышандырҙын
Гәлсәр бәхеткә?
Күңелең сағыла моңһоу күҙҙәреңдә,
Һүҙҙәрең барын йәшереп маташһа ла,
Уйҙарың күптән минән алыҫлашҡаны,
Күренә йылмайған битлек һайлаһаңда.
Раиль Уметбаев еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1