Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Раиль...Ожмах...Игизбаев - Шат бул әсәй һәр көндә | Текст песни

\"Шат бул әсәй һәр көндә\"
Рәил Игеҙбаев һүҙ. һәм көйө

1. Бөгөн һинең, әсәй, тыуған көнөң,
Оло байрам беҙҙең, һинең өсөн,
Йыйылған бөтә дуҫ-туғандарың,
Өҙөлөп яратҡан балаларың.
Бәхет-шатлыҡтарын теләп һиңә,
Бөтәһe лә ҡотлап бүләк бирә.
Табын өҫтөндә байрам шәлкеме,
Беҙ ҙә ҡотлайбыҙ, әсәйем, һине!

Сәскәләр бүләк итеп
Һиңә бөтә йөрәктән,
Беҙ йырларбыҙ ошо йырҙы,
Теләп изге теләктәр!

Ҡушымта:
Һинең мөхәббәт беҙҙең йөрәктә мәңге һaҡланыр,
Йылы һүҙҙәрең ауыр саҡтарҙа һәр саҡ йыуатыр.
Бул һин сәләмәт, оҙон ғүмерле бул, әсәйем,
Тик шатлыҡтарҙан түгелһeн һинең күҙ йәшкәйең!

2. Күпме инде ауырлыҡтар күрҙең,
Беҙҙе тәрбиәләп һин үҫтерҙең.
Тырышлығың өсөн, әсәй, рәхмәт,
Белдерәбеҙ һиңә оло хөрмәт!
Йылдар уҙа тип бик үк ҡайғырма,
Беҙҙең өсөн һин һәр саҡ йәш кенә.
Иң мөһиме күҙеңдә һүнмәһен
Йөҙ йыл йәшәрмен тигән өмөтөң!

Йылмайыуың төшмәһен
Бер ҡасанда йөҙөңдән,
Тыуған көнөңдәге кеүек
Шат бул, әсәй, һәр көндә!

Ҡушымта: шул уҡ

© Ожмах, 2011
vk.com/ojmah
vk.com/ojmahutrau

Раиль...Ожмах...Игизбаев еще тексты


Другие названия этого текста
  • Рәил Игеҙбаев - Шат бул әсәй һәр көндә (минус) (0)
  • Раиль...Ожмах...Игизбаев - Шат бул әсәй һәр көндә (0)
Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1