Тыуған яҡҡа ҡайтам әле.
Яҙ булдымы, Инйәремә ҡайтам,
Ҡошсоҡ булып, нурға һөйөнөп.
Йәп-йәш сағым ҡаршы алыр кеүек,
Муйыл сәскәһенә төрөнөп.
Йәй булдымы, ауылыма ҡайтам,
Сәләм биреп өҙәр гөлдәргә.
Осҡон-ялҡын алам Инйәремдән,
Өмөт яға килер көндәргә.
Көҙ булдымы, Инйәремә ҡайтам,
Һарғайғанда урман-ҡырҙары.
Һарыларға һағышырмын микән,
Тыңлағанда әсәй йырҙарын?
Ҡыш булдымы, Инйәремә ҡайтам,
Аҡ ҡар бөртөгөндәй һағынып.
Аҡ ҡар бөртөктәре көрткә сума,
Ә мин торам һине һағынып.
Раис Вагизов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1