Куплет: Ҡыҙыҡ түгел был донъя ла саф хис булмаһа, Йәнгә рәхәт әғәр кемдер һине генә уйлаһа
предприпев: Бар юҡтан шатландырһа Ҡанатландырһа
припев: Мин бәхетле яратам тип әйтер кешем бар Мөхәббәтһеҙ киң донъялар була бит ул тар Ишетһендәр бөтәһе лә донъя яңғыратам Онотолоп, хыялланып һине яратам
Куплет: Осам һинең яндарыңа иркәм мине ҡаршы ал Бары һинең ҡосағыңда йөрәгемә ял
предприпев: Ҡулыңды ҡулыма һал Мәңғелеккә ҡал
припев: Мин бәхетле яратам тип әйтер кешем бар Мөхәббәтһеҙ киң донъялар була бит ул тар Ишетһендәр бөтәһе лә донъя яңғыратам Онотолоп, хыялланып һине яратам