Йәмле яҙҙарҙы көтөп ала күңелебеҙ,
Йәмле яҙҙарҙа дәртле тибә йөрәгебеҙ.
Йәмле яҙҙарҙа килмәй бер ҙә китәһебеҙ
Йәмле яҙарҙҙа, ооо-оо-о
Яҙ оноттора, ҡарлы, һалҡын ҡыштарҙы ла
Яҙ алып ҡайта,көҙөн киткән ҡоштарҙы ла
Яҙ әйлендерә, мөхәббәттән баштарҙы ла.
Яҙ ашҡындыра, ооо-оо-о
Ҡушымта:
Оооо, килде ҡабат йәмле яҙҙар
Ооо, ә һеҙ ҡайҙа матур ҡыҙҙар?
Ооо-оо-о,йөрәк тибә дөп-дөп итеп,
Ооо-оо-о ҙур мөхәббәт,бәхет көтөп.
Яҙҙың ҡояшы һибә яҡты,йылы нурын,
Яҙҙың балҡышы нурға төрә бар ер шарын.
Яҙҙың ҡояшы бүләк итә тамсы йырын,
Яҙҙың ҡояшы ооо-оо-о.
Яҙ килеп еткәс,ҡыҫҡаралар хатта төндәр,
Яҙ биттән үпкәс, шат йылмая беҙҙең йөҙҙәр.
Яҙ нурын һипкәс, ҡыҙҙар күҙләй беҙҙең күҙҙәр,
Яҙ килеп еткәс, ооо-оо-о
Ралим Заманов & Ямиль Баймурзин еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1