Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Рамаҙан Йәнбәков - Һай тыуған ер, ғәзиз ер! | Текст песни

ҺАЙ ТЫУҒАН ЕР, ҒӘЗИЗ ЕР!

Радик Шамратов көйө
Абдулхаҡ Игебаев шиғыры

Һай, тыуған ер, ғәзиз ер,
Ата-бабам баҡҡан ер,
Тәүге һулыш алғас та
Бәхет таңым атҡан ер!

Һай, йәмле ер, аҫыл ер,
Йәшел хәтфә япҡан ер,
Ғәмһеҙ бала сағымдың
Буҙ толпары сапҡан ер,

Һай, сыуаҡ ер, йомарт ер,
Үҙ моңомдо тапҡан ер,
Һүнмәҫ мөхәббәтемдең
Йәйғорҙары ҡалҡҡан ер!

Һай, шанлы ер, данлы ер,
Тормош ҡотом артҡан ер,
Бөтә ғүмерем буйына
Күңелемде тартҡан ер!

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-