Ҡайтамын тип, хаттар яҙыуыма,
Көндәр түгел айҙар уттеләр.
Әммә юлдар, һиңә илтмәйсә,
Йыраҡтарға алып киттеләр.
Ҡушымта:
Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын,
Утыңды һүндермәйсә мине көт.
Һине көттөрөп тә ҡайталмаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфү ит.
Көтәһеңдер хат ташыусы килһә,
Ҡош телендәй hәбәр барҙыр тип.
Хат булмаһа, өмөт итәһеңдер:
Иртәгә, бәлки, булыр тип.
Ҡушымта.
Көтәһеңдер мине, ҡайтыр тиеп,
Теҙелешеп ҡоштар ҡайтҡанда.
Улым тип, һин ишек асаһыңдыр,
Көҙгө елдәр тәҙрә ҡаҡҡанда.
Ҡушымта.
Юлға сығам, әсәй, ҡайтыр юлға,
Утыңды һүндермәйсә, мине көт,
Ошо юлда тағы оҙаҡлаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфу ит.
Рамиль Гималетдинов еще тексты
Другие названия этого текста
- Сагидулла Байегет - Бер кайтмахам,эсэй бер кайтмахам (1)
- Сагидулла Байегет - Кисер мине асай (0)
- Ирек Нугуманов - Кичер мине анкай гафу ит(минус) (0)
- Ирек Ногоманов - Кисер мине асай, гэфу ит (0)
- Ирек Нугуманов - Асай (0)
- Рамиль Гималетдинов - Бер кайтмасам асай бер кайтырмын (0)
- Игорь Ребров - Кисер, әсәй (Кичер, әнкәй. На башкирском) (0)
- Минусовка - Кисер мине асай гафу ит (0)
- Ирек Нугуманов - Кисер мине, асай... (0)
- Ирек Ноғоманов - Кисер мине, әсәй, ғәфү ит (0)
- Байегет - Бер кайтмаһам әсәй бер кайтырмын (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2