Таңдан тороп, фатихаһын биреп,
Оҙатыр ине атай улдарын.
Йәшереп кенә әсәй йәшен һөртә,
Яурынында атай ҡулдары.
Атай, атай, әле һаман иҫтә
Беҙ хушлашҡан изге шул иртә.
Исем һатма, берүк ебеп ҡалма,
Ир-егеттәр үтмәҫ юҡ кәртә.
Сит ерҙәрҙә төрлө ризыҡ тәмен
Татып ҡайттым йортто һағынып.
Атай исеменең бөйөклөгө
Күңелемдә ҡалды нығынып.
Ҡанат ҡуйыр ошо һүҙҙәреңде
Ҡабатлармын мин дә улыма.
Атай һүҙен тота белгәндәрҙең
Һәр ваҡытта юлы уң була.
Рамиль Туйсин еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1